Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең туғыҙынсы ярыштары финалы быйыл йәй Өфөлә үтә. Ворлдскиллс стандарттары буйынса ойошторолған ярыштар Рәсәйҙә һөнәрмән бәйгеләренең иң мәртәбәлеһе иҫәбендә. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Апрель аҙағына тиклем Рәсәйҙең 27, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ярыштарҙың төбәк этабы үтә. Төбәк ярыштарында республиканан ғына 300-ҙән ашыу студент һөнәри оҫталығын таныта. Бәйгеселәр ике төркөмдә көс һынай – 16 йәштән тә кесе булмаған мәктәп уҡыусылары һәм 25 йәштән дә өлкән түгел студенттар.Төбәк ярыштарында еңеүселәр 22-24 июлдә Вордлскиллс милли чемпионатының финалында оҫталығын күрәһәтергә әҙерләнә. Быйыл ярыштар 105 төрлө һөнәр буйынса үтә. Башҡортостан, чемпионаттың финалын ҡабул итеүсегә бирелгән квота буйынса, өр-яңы һөнәр төрҙәрен дә исемлеккә индергән – яҡташтарыбыҙ һанлы метрология, һанлы ер эшкәртеү, пилотһыҙ осоусы ҡоролмаларға идара итеү, тигән заманса һөнәрҙәр буйынса ла еңеүселәрҙе билдәләргә йыйына. Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионаты финалына кире хисапламаны Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Республика башлығы Радий Хәбиров менән Ворлдскиллс-Рәсәй союзы генераль директоры Роберт Уразов старт бирҙе.
Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионатына кире хисаплама старт алды
Тулыраҡ: Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионатына кире хисаплама старт алды