Космонавтика көнөнә арнап “Рәсәй” медия үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте

Тулыраҡ: Космонавтика көнөнә арнап “Рәсәй” медия үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте

Унда йәш журналистарҙың һорауҙарына Өфө авиация техник университеты доценты, Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлеге ағзаһы Сергей Каменев, Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлеге башҡарма директоры Сергей Плюхов, Өфө планетарий лекторы Филипп Терехов яуап бирҙе. ҙа ҡатнашты. Әлбиттә, балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар йыһанға, космонавтикаға бәйле ине. Нисек космонавт булырға, ни өсөн кешеләр йыһан киңлектәрен өйрәнә, космонавтиканың үҫешенә Башҡортостандың индергән өлөшө, Планетарий тамашасыға ниндәй тамаша тәҡдим итә һәм уның техник мөмкинлектәре заман менән бергә үҙгәрәме? Йыһанға ебәрелгән башҡорт балы күптәргә билдәле. Ә Башҡортостан космонавтика үҫешендә фән яҡлап та, техник база яҡлап та ҙур роль уйнай. Иң ҡыҙыҡлы һорау биргән йәш хәбәрселәргә бүләктәр тапшырылды. Арсений Ғәйнуллинға әүҙемлеге өсөн планетарийға саҡырыу билеты, ә бына Диана Мөхәмәтйәнова космонавттар өсөн башҡорт балын татып ҡараясаҡ. Бынан тыш, медиаүҙәктә рәсем күргәҙмәһе ойошторолдо. Юрий Гагарин, йыһанға бәйле балаларҙың сағыу картиналарын Башҡортостан 24 телеканалы билдәләп китәсәк.