Космонавт менән тура бәйләнеш

Тулыраҡ: Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында булған ваҡиғалар тураһында һөйләне, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Театр фойеһында байрамда ҡатнашыусылар өсөн күсмә планетарий эшләне. Ә буласаҡ инженерҙар ҡунаҡтарҙы үҙҙәре уйлап тапҡан яңы технология өлгөләре менән таныштырҙы. Бындай нейромашинаны, мәҫәлән, илдең ике юғары уҡыу йортонда һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ғына күрергә була.