Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола? Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған, шуға ла автоинспекторҙарға уны туҡтатырға тура килә. Тикшереү барышында ирҙең шулай уҡ водитель таныҡлығынан ваҡытлыса мәхрүм ителеүе лә асыҡланды. Ә бит ул такси хеҙмәткәре булып эшләй. Бындай ҡағиҙә боҙоусыға 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эш ҡаралған йә иһә ул водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә. Статистика буйынса, республикала 2020 йылда такси ҡатнашлығында 20, ә быйыл иһә беренсе кварталда ғына 15 авария теркәлгән. Мәҫәлән, ғинуар айында Ишембай районында такси йөк машинаһы менән бәрелә. Водитель менән пассажир, бәхеткә күрә, иҫән ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер водительдәр аҡса эшләргә теләп бер ниндәй документһыҙ пассажирҙар йөрөтә, ти юл-патруль хеҙмәткәрҙәре.Легаль булмаған такси водительдәре юлға сығыр алдынан медицина тикшереүе үтмәй, улар һалым түләмәй, тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Эсеп руль артына ултырыусылар ҙа бихисап. Рейд барышында таксиҙан тыш, башҡа водительдәр ҙә мотлаҡ тикшерелә. Күреүегеҙсә, машиналарҙы туҡтатыу әле әүҙем бара. Әйткәндәй, бындай дөйөм рейд аҙна һайын үткәрелә. Бер көн эсендә генә федераль һәм республика юлдарында яҡынса 400 ҡағиҙә боҙоусы тотола.
Сираттағы рейд
Тулыраҡ: Сираттағы рейд