Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә, Күгәрсен районы аграрийҙары ла тәүгеләрҙән баҫыуға сыҡты. Яҙғы культураларҙы 2 миллион гектар майҙанда сәсеү планлаштырыла.
Яҙғы-баҫыу эштәре башланды
Тулыраҡ: Яҙғы-баҫыу эштәре башланды