Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Тулыраҡ: Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә инергә тейеш. Республика етәкселеге шулай ҙа 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандарға изоляция режимын үтәргә кәңәш итә.