12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк булыр, ти табиптар. Хәҙер инде балаһынан бер аҙым да ситкә китмәгән әсәһе, баланың йөҙөн күрһәтмәүҙе һораны. Ҡатмарлы осор кисерә ғаилә, әлегәсә һаҡлаған даланды өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡа. Дауахана койкаһы альбом, китаптар, сағыу ҡәләмдәр менән тулған. Ә ҡулында һуҙыла торған резинка уйынсыҡтары. Малай кешегә ҡул көсөн арттырыу өсөн бик файҙалы, ти дауалаусы табип. Ҡушҡандарҙы ла теүәл, аңлап үтәй ул. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл ғаиләне генә түгел бөтә илде тетрәндерҙе. 22 март төнөндә Өфөлә күп фатирлы йорттоң 12-се ҡатынан малай осоп төшә. Видеокүҙәтеү камераһы яҙмаһынана аңлауыбыҙса уны үтеп барыусы егет күреп ҡала. Бала тере ҡала, әммә көскә хәрәкәтләнә. Бәхеткә күрә көрткә төшкән, ти табиптар.17-се балалар клиник дауаханаһына килтергәс тә ауыр йәрәхәттәр диагностикалана. Малайҙың янбаш умыртҡалары һынған, үпкәһе ныҡ йәрәхәтләнгән, мейеһе зыян күргән була. Шунда уҡ өс операция эшләйҙәр. Бығаса бер ваҡытта ла тәҙрәгә менмәй , ҡолап төшөү ҡурҡынысын да аңлай ине, ти әсәй кеше. Шуға ла бер нисә минутҡа бер үҙен ҡалдырып китеү фажиғә алып килер тип уйламай.Көндәр йылыныу менән асыҡ тәҙрәләр осоро башлана. Табиптар ата-әсәләрҙе уяу булырға саҡыра. Балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеген үҙегеҙ хәстәрләгеҙ, фажиғагә юл ҡуймағыҙ, ти.Ә был бала өсөн иң ҡурҡынысы артта ҡалды. Бейеүсе, футбол уйнарға яратыусы малай әлегә ошо махсус ҡоролмалар менән, горизонталь хәлдә генә көс йыйырға мәжбүр. Ә 6 йәшен ул мотлаҡ өйҙә ғаиләһе менән ҡаршы аласаҡ.
Шуҡ малай шәбәйә башланы
Тулыраҡ: Шуҡ малай шәбәйә башланы