Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Тулыраҡ: Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты тултырып таң менән музыканттар, йырсылар, бейеүселәр, актерҙар – барыһы 120 кеше Стәрлетамаҡтан килеп тә етте. Бейеү театры быйыл 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Пандемия осоронда ла коллектив ижадын өҙмәй, төрлө халыҡ бейеүҙәре буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәрен алып бара. Ҡаҙағстан бейеүселәрен Бейеү театрының баш балетмейстеры Эльвира Дауытова башҡорт бейеүҙәрен башҡарырға өйрәтә. Яңы 3 бейеү ҡуйылған. Коллективҡа әленән-әле йәш бейеүселәр килә. Уларға өлгө күрһәтер тәжрибәле артистар ҙа эшләй бында. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә бихисап коллективтар инә: Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры, Бейеү театры, Рус музыка ҡоралдары оркестры, “Ашҡаҙар” фольклор ансамбле, “Сәрби ” сыуаш ансамбле. Һуңғыларының да киләһе ижад миҙгеле 30 йыллыҡ юбилейҙарына бағышланасаҡ. Был турала коллектив етәкселәре “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында һөйләне. Быйылғы ижад миҙгелендә Стәрлетамаҡ филармонияһы 22 концерт программаһын әҙерләп күрһәткән. Йыл дауамында лекторийҙар үткәрелгән. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә виртуаль зал асылған, экрандар, видеопроекторҙар алынған. Театр коллективы ла ижад миҙгелен уңышлы тамамлай. Барыһы 5 спектакль ҡуйылған. 14 майҙа шуларҙың береһе – Наил Ғәйетбай әҫәре “Нисек кейәүгә сығырға” комедияһы сәхнәгә сығасаҡ. Актерҙар әленән үк яңы ижад миҙгелен асыуға әҙерләнә.Матбуған конференцияһынан һуң артистарға Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, легендар дикторҙар Флүрә Мурзина, Наилә Ғәләүетдинова һәм телерадиокомпанияның радио хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров Телеүҙәк буйлап экскурсия ойошторҙо. Актерҙар, йырсылар, музыканттар, бейеүселәр тура эфирҙарҙа, төрлө радио һәм телетапшырыуҙарҙа ҡатнашты. Ә телевизор ҡараусылар иғтибарына улар ҡатнашлығында спектаклдәр, концерттар тәҡдим ителде. “Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр дауам итә. “Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһы ихатаһы һәр шаршамбы иртәһендә бына ошолай гөрләп торасаҡ. Тематик көндәр июнь аҙағына тиклем бара.