16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

Тулыраҡ: 16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған видероликтар урынлаштырыла. Башҡорт милли кейеме элементтары исем туйы һәм «Шәжәрә» флешмобы ойошторола. Теләүселәр «Өләсәйем һандығы» акцияһында өләсәләренең һандығында нимә һаҡланыуы тураһында һөйләй ала.