Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Тулыраҡ: Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк. Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти йәш йырсы. Сираттағы йыр “Мин Вәлитов Алтынай” тип атала. Уны әҙерләү өсөн бер –ике аҙна ваҡыт талап ителә. Был ижад емешендә ул үҙенең тормошо тураһында йырлай. Алтынай Вәлитов тәүге тапҡыр биш йәшендә сәхнәгә сыға. Ә иң беренсе йырын 15 йәшендә ижад итеп, дуҫтары араһында йырлай. Рэп жанры күпкә яҡыныраҡ, ти ул. Бигерәк тә, “Башҡорт сәй эсә” “Йылмай”, “Башҡорт ҡыҙы” йырҙары йәштәр генә түгел, ә ололар араһында ла популярлыҡ яулай. Йәмғеһе уның әле 25 –тән ашыу йыры бар.Алтынай Вәлитов йырлап ҡына ҡалмай, ә ун йылдан ашыу брэк дэнс һәм акробактика менән шөғөлләнә. Һәр бер сығышы тиерлек төрлө хәрәкәттәр менән үрелеп бара. Ул Мысыр, Төркиә, бөтә Рәсәй буйлап ижадташ дуҫтары менән гастролдәргә йөрөгән, республиканың һәр район-ҡалаһында концерттар ҡуя. Иң тәүге шәхсән концертын ни бары ул алты йәшендә үткәрә. Әле лә Алтынай Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында үтәсәк яңы концертҡа әҙерләнә. Музыкаль ҡорамалдар, ут, тауыш, экран... Барыһы ла ентекләп тикшерелә.Концертта йырсының ижадташ дуҫтары Зәйнетдин, Аҡъегет, Рәхимов, Линар Белый тамашасыларын йырҙары менән ҡыуандырасаҡ. Концертта шулай уҡ яңы йырҙарҙың премьераһы буласаҡ. Ә акробатик хәрәкәттәр иһә йәш йырсы сығышының төп үҙенсәлеге. Ләкин уларҙы башҡарыу өсөн төҫ-башты ла ипкә килтереү мөһим. Хәрәкәттәр эшләгәндә сәстең ҡыҫҡа булыуы күпкә отошлораҡ, ти ул. Иң мөһиме-халыҡ был сығыштан илһам алып, дәртләнеп ҡайтһын, тигән теләктә ул.“Мин Вәлитов Алтынай” тип аталған концерт 17 апрель Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында үтәсәк.