Башҡортостанда ,,Стартап,, программаһына ҙур иғтибар бүленә

Тулыраҡ: Башҡортостанда ,,Стартап,, программаһына ҙур иғтибар бүленә

Ул яңы эш асыусыларға ярҙам йөҙөнән булдырылған. Әммә, эшҡыуарҙың үҙ сығымдары ла булырға тейеш. Белгестәр билдәләүенсә, проект төбәктә эшһеҙлек кимәлен бер аҙ кәметергә булышлыҡ итә. Сөнки, программа шарттарына ярашлы, яңы эш асыусылар кешеләргә хеҙмәт урындары булдырырға тейеш. Йылайыр районы Юлдыбай ауылында йәшәүсе Ильяс Кәримов икмәк бешереү цехы асып ебәргән. Хәҙер эшҡыуар яҡын урынлашҡан ауылдарҙы ла икмәк менән тәьмин итә. Колхоз-совхоздар тарҡалғас Ильяс Кәримов эш эҙләп себер тарафтарына сығып китә. Әммә, оҙаҡ йылдар балаларыңдан һәм ҡатыныңдан алыҫта эшләп буламы инде. Йәше лә ҡыуалағас, ғаилә башлығы үҙ эшен асыу хыялы менән йәшәй башлай һәм йорто янында икмәк бешереү цехы төҙөп ебәрә.Предприятиеның эшләүенә бер йыл самаһы ғына. Ошо арауыҡ эсендә эшҡыуар ярайһы мул уңышҡа ирешкән. Ҡомалаҡ сөпрәһендә бешергәс , хәҙер барыһы ла уның икмәген һорай. Яңыраҡ ғаилә ағзалары тауар төрөн киңәйтергә ҡарар иткән. Хәҙер, улар заказ буйынса бәлештәр, тәмлекәстәр хатта һалма ла әҙерләй.Икмәкте район үҙәгендә, күрше ауылдарҙа һәм балалар баҡсаларында бик теләп алалар.Яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәк магазиндарға оҙатыла. Кәмендә бында 70, ә халыҡ һораһа күберәк тә икмәк бешерәләр.Ильяс Кәримов икмәк бешереү ҡоролмаларын Стартап программаһы буйынса һатып алған. Цехты төҙөү, он һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы һатып алыуға үҙ аҡсаһы киткән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан эшҡыуар етештереүҙе киңәйтергә йыйына. Әлегә йүнселгә ҡатыны менән водитель, бешереүсе, бухгалтер, һатыусы, ташыусы ла булып эшләргә тура килә. Бер аҙ хәлдәр көйләнгәс, бер нисә кешене эшкә алырға ниәтләйҙәр, Кәримовтар ғаиләһе.