Ғилми ҡаҙаныштарҙы ғәмәлдә ҡулланыу өсөн тиҫтәләгән йылдар талап ителә. Фән менән сәнәғәт араһындағы арауыҡ оҙон. Был ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеү ғалимдар, эшҡыуарҙар һәм дәүләт етәкселегенең үҙ-ара килешеп эшләүенә бәйле. Башҡортостанда Республика башлығы ҡарамағындағы фән советы ошо хеҙмәттәшлекте бойомға ашыра. Үҙенең беренсе ултырышында уҡ ул Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәген Өфө ғилми-тикшеренеүҙәр федераль үҙәге тип үҙгәртеү һәм Башҡортостан технология инициативаһын раҫлау бурысын ҡуйҙы. Башҡортостан аграр университетында йәнлектәр дауаханаһы бар. Хайуандар сәләмәтлеген һынау барышында йорт ҡуяндары ультратауыш менән тикшереүен үтә, ҡомаҡтар дауа ала. Малсылыҡ етештереүсәнлеген арттырыу һәм йәш мал үрсетеү өсөн мөһим дарыу өлгөләре тәжрибәләр аша әҙерләнә. Был бик оҙайлы эш, ти ғалимдар. Ғилми тикшеренеүҙәрҙән башлап ғәмәли ҡулланышҡа тиклем 8-10 йыл самаһы ваҡыт кәрәк.Нигеҙле ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу, файҙалы технологияларҙы ғәмәлдә ҡулланыу һәм фән ҡаҙаныштарын ил иҡтисадына йәйелдереү бурысын бөгөндән Башҡортостан технология инициативаһы үҙ иңенә ала. Был тәҡдим Президент Путин иғлан иткән Милли технология инициативаһын үтәү маҡсатында ҡоролған. Республикала ғилми ҡаҙаныштарҙың донъя күләмендә танылыу алырлыҡ өлгөләре етерлек. Улар нефть химияһы, дарыуҙар эшләү, ауыл, урман хужалыҡтары кеүек мөһим тармаҡтарҙа алып барылған фәнни эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе. Өфө ғилми үҙәгенең 14 фәнни-тикшеренеү институтының күбеһе федераль ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәге исемлегенә күсергә ҡарар итте. Был үҙгәреш беренсенән ғилми берләшмәнең кимәлен юғарыраҡ күтәрә, икенсенән, тикшеренеүҙәргә федераль сығанаҡтар йәлеп итеү мөмкинлеген бирә.Федераль үҙәк ғилми-тикшеренеүҙәр институттарының юғары технологияларға нигеҙләнгән предприятиелар һәм юғары белем биреү йорттары менән берҙәм эшмәкәрлеген күҙ уңында тота. Мәктәп-юғары уҡыу йорто-аспирантура тәртибе буйынса эҙмә-эҙлекле белем биреү кадрҙар мәсьәләһен ыңғай хәл итә. Республикала был йәһәттән уңышлы тәжрибә лә бар. Өфө дәүләт нефть техник университеты илдең ҡеүәтле ойошмаһының терәк уҡыу йорто дәрәжәһенә эйә. Аграр университеттың да ошоға оҡшаш дәрәжәһе булһа, бәлки йәнлектәр табиптары яңы дарыуҙарҙы тиҫтә йылдар көтмәҫ ине.
Фән, бизнес һәм власть бәйләнеше
Тулыраҡ: Фән, бизнес һәм власть бәйләнеше