Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылында йәшәүсе Мифтаховтар яралы бөркөткә юлыҡҡан

Тулыраҡ: Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылында йәшәүсе Мифтаховтар яралы бөркөткә юлыҡҡан

Ҡоштар батшаһын улар бер-нисә көндә ҡулға ла эйәләштергән. Бөркөт ҡулға эйәләшеп бөткән. Көнөнә ике тапҡыр сей ит ашатабыҙ, ти йорт хужаһы. Хәстәрлекле хужа ҡош өсөн иркен ситлек тә эшләп ҡуйған. Көнөнә бер-нисә тапҡыр уны баҡса буйлап „сәйхәт„ итергә лә сығаралар.Ғаиләгә ҡош ярты йыл элек килеп эләгә. Уның үҙенсәлекле исемелә бар – Малыш. Ошондай исемле булһа ла, ул көн дауамында бер килонан артыҡ сей ит ашай. Әлбиттә, ҡунаҡты һыйлауҙан күрше-күлән дә ситтә ҡалмай.Белгестәр әйтеүенсә – тау бөркөтө ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк осрай торған йыртҡыс ҡоштарҙың береһе. Ғәҙәттә, улар тау-ҡаялы урындарҙа оя ҡора. Парҙы ла ғүмерлеккә һайлай. Тау-ҡаялы ерҙәрҙе үҙ иткән ҡоштоң Йәрмәкәй яҡтарында табылыуы бик ҡыҙыҡлы, бындай хәл менән беренсе тапҡыр осрашам, ти Раил Хөснөтдинов.Мифтаховтар иһә бөркөттө ҡайҙалыр урынлаштырып ҡына ҡалырға теләмәй, ә уның артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торорға ниәтләй.