Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәлә һуғышты туҡтатыу тураһындағы килешеү ғәмәлгә инеүгә бер-нисә көн ҡалды. Илдә ҡан ҡойош туҡтамай. Армия Аллеппо виләйәтендә контр һөжүмгә күсте. Бындағы бер-нисә ҡала һәм ҡасаба аша хөкүмәт ғәскәрҙәрен ҡорал һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү юлы үтә. Рәсәй президенты Владимир Путин Сүриәлә хәрби хәрәкәттәр туҡтатыу шарттарын бына нисек билдәләне.

Американың Италиялағы илсеһе Джон Филипс Италия сит ил эштәре министрлығына саҡыртылды. Ҡушма Штаттарҙың махсус хеҙмәттәре Сильвио Берлускониҙың һөйләшеүҙәрен тыңлау сәбәпле уға бик ҡаты иҫкәртеү яһалған. Викиликс мәғлүмәттәренә ҡарағанда, милли именлек агентлығы Берлускониҙың Израиль премьеры Нетаньяху менән телефон аша һөйләшкәнен тыңлаған.

Америкала етештерелгән Марс шоколадтарында пластмасса табылған. Марс, Сникерс, Милки Уэй шоколадтарын 55 илдә һатыу тыйылған.