Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Өфө, Салауат, Учалы кеүек ҙур ҡалаларҙа коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүсе прививка яһатыу әүҙем яйға һалынған. Радий Хәбиров башҡаларҙы уларҙың тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. Оператив хеҙмәттәр аҙна ваҡиғалары тураһында отчет бирә. Төбәктә тәүге урман янғындары теркәлгән. Ут 16 гектар майҙанды ялмап алһа, уны тәүге тәүлектә үк һүндереүгә өлгәшелгән. Муниципалитеттарҙа янғын осраҡтарын иҫкәртеү буйынса район комиссиялары эшләй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы төбәктә 8 муниципалитеттың йылытыу миҙгелен тамамлауы тураһында хәбәр итә. Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен киләһе йылға әҙерлеккә кисекмәҫтән тотонорға ҡуша.Әле республикала Бөйөк Еңеү көнөнә етди әҙерлек бара. “Үлемһеҙ полк” акцияһында 400 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға йыйына. Сара бер юлы офлайн һәм онлайн тәртиптә ойошторола. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры белдереүенсә, санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап Өфөгә байрам тантаналарында ҡатнашырға 100-гә яҡын ветеранды саҡырыу көтөлә. Ҡала урамдары, майҙандар байрам ҡиәфәтен алырға тейеш. Республика башлығы төҙөкләндереү барған юл-биләмәләрҙә эштәрҙе тиҙләтергә саҡыра. Совет майҙанында иһә реконструкция проектына үҙгәрештәр тәҡдим ителә. Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығын белгестәр фекерен иҫәпкә алырға саҡыра.Совет майҙаны Республика көнөнә асыуға әҙерләнә. 24 апрелдә иһә төбәктә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт ала. 9 майға тиклем 670 биләмәлә 119 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыуҙа ҡатнашырға 149 мең кеше саҡырылған. Муниципалитеттарҙан шулай уҡ төбәктең инвестициялар өсөн уңайлы йөҙөн танытыуға ла әүҙем ҡатнашыуы талап ителә. Был хаҡта премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов белдерҙе. 2024 йылға тиклем республикаға 650 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме һалынған. Маҡсаттарға өлгәшер өсөн урындарҙа кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә етди иғтибар зарур.
КОВИД ун туғыҙҙан вакцинациялауҙы республика башлығы шәхси күҙәтеүгә ала
Тулыраҡ: КОВИД ун туғыҙҙан вакцинациялауҙы республика башлығы шәхси күҙәтеүгә ала