Ҡотҡарыусылар халыҡты әҙер булырға саҡыра. Республиканың Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошо ташҡынға ҙур йоғонто яһай. Синоптиктар алдағы көндәрҙә төбәктә көндәрҙең һалҡынайыуын фаразлай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Дуҫлыҡ монументында Ағиҙел йылғаһы бер тәүлектә 18 сантиметрға күтәрелеп 637 сантиметрға еткән. Әле Өфөнөң бер-нисә баҡса ширҡәтендә һыу күтәрелеү сәбәпле, юлдар ябылған. Урындағы халыҡ өсөн Ағиҙел йылғаһында эске һыу маршруттары йөрөй башланы.
Был аҙнала Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә
Тулыраҡ: Был аҙнала Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә