Урман янғындарына ҡаршы көрәштә хәҙер көрәк-биҙрә, һыу-ҡом ғына түгел, ә коптер ҙа кәрәк. Юғарыла осоусы был ҡоролма урмандың ҡайһы өлөшөндә ут сығыуын, уның таралыу майҙанын теүәл күрһәтә ала. “Экология” милли проектына иҫәп тота Башҡортостан урмансылары. Федераль программа сиктәрендә бүленгән аҡсаларға яңы машиналар һатып алынған. “Урмандарҙы һаҡлау” проекты тураһында иҫкә төшөрөү ҙә урынлы булыр. Ошо документҡа ярашлы, ил ҡаҙнаһы беҙҙең республикаға тағы 37 миллион һум күсергән. Башҡортостан урмандарының 6 миллион гектарҙы биләгәнен иҫәпкә алғанда, тәбиғәт ҡазаһына ҡаршы көрәшеү ойошҡанлыҡ ҡына түгел, ә көс, техника паркының ныҡ булыуын талап итә. Былтыр, мәҫәлән, Белорет менән Бөрйән райондарында сыҡҡан утты һүндергәндә, урмансылар ваҡиға урынына барып етеү өсөн генә ағас араһынан 40 километр юл һалған. Был бульдозер былтырғы янғындарҙа көрәштә иң ҙур ярҙам булған. Шуға ла уның төҙөклөгөн әленән тикшерелә. Тағы ла шуныһы, быйыл Башҡортостанда урман янғындары сыға ҡалһа, уларға ҡаршы көрәшкә кәм тигәндә лә ун мең кеше, 2 мең 700 берәмек техника талап ителә. Ә бына урман янғындары станцияларына килгәндә, әле Баймаҡ менән Нуримандағы бүлексәләрҙең матди хәлен яҡшыртыу бурысы тора. Башҡортостанда бөгөнгә урман янғындары теркәлмәгән. Бәхеткә күрә, тип әйтергә кәрәк. Ә фараздарға килгәндә, быйыл республика өсөн апрель аҙағы, май байрамдары, июнь менән август ҡатмарлы буласаҡ. Был айҙарҙа, ғәҙәттә, урмандар ныҡлап яна
Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал
Тулыраҡ: Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал