Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан

Тулыраҡ: Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан

Пандемия донорлыҡ тармағы өсөн бөтә донъяла ҡаты һынауҙар алып килде. Күп дәүләттәрҙә ҡан компоненттарына ҡытлыҡ барлыҡҡа килде тиелде Өфөлә үткән 13-сө Бөтә Рәсәй ҡан хеҙмәте форумында. Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова фекеренсә, был дәүләт органдарының йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәрҙең дөйөм эш һөҙөмтәһе. Әйткәндәй, коронавирус менән көрәштә был сирҙе үткәргәндәрҙең ҡан плазмаһы файҙаланыла. Былтыр ул 22 тонна әҙерләнгән. Форумда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән килгән делегаттарҙы ҡабул иткән һәм сараны ойошторған өсөн Республика Башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә новациялар индереүсе лидер тиелде. Ҡан хеҙмәте лә уүышлы эшләй, уртаҡлашыр тәжрибә етерлек. Әйткәндәй, бөгөн Рәсәйҙә Милли донор көнө билдәләнә. 1832 йылдың 20 апрелендә илдә тәүге тапҡыр бер кешенән икенсегә ҡан ебәрелә. Иҫтәлекле дата, тәү сиратта, донорҙарға – бөтөнләй таныш булмаған ауырыуҙарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ ҡанын тапшырған оло йөрәкле кешеләргә арнала.