Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ

Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ

Студенттар яңы коллективҡа тупланған. Сумаҙандарҙа медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, тип уйларһығыҙ. Юҡ, унда флейталар. Бер нисә минут һәм улар репетицияға әҙер.Башҡорт дәүләт медицина университеты үҙ оркестры булған республикалағы тәүге юғары уҡыу йорто. Репетицияға студенттар бер ай элек кенә йыйыла башлаған, ә шул арала өс көйҙө өйрәнгән. Йәш коллективты композитор Азамат Хәсәншин етәкләй.Ҡурай, саксофондар, флейталар, фортепиано, скрипкалар, торба, кларнет... Музыканттарға бала һәм үҫмер саҡтарында музыка мәктәбендә алған оҫталыҡтары ярҙам итә. Ә 5 курс студенты, кларнетсы Булат Әхтәриев – профессиональ музыкант. Киләһе йыл уҡыу йорто 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Университет етәкселәре юбилей тантаналырында оркестрҙың юғары кимәлдә сығыш яһаясағынан һис шикләнмәй.