Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә

Тулыраҡ: Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, өҫтәмә өс ял көнө көтә. 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып иҫәпләнә. 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр итә Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.