Алтын ҡуллы оҫта

Тулыраҡ: Алтын ҡуллы оҫта

Кеше ҡулдары тылсымының ҡөҙрәте сикһеҙ: ябай ғына әйберҙәрҙән дә хайран итерлек бөйөклөк тыуҙыра. Йәрмәкәй районында йәшәүсе Руслан Варисов та шундайҙарҙың береһе, ул төбәктә булараҡ танылған. Йәрмәкәй ауылынан Руслан Варисов ижади ҡарашлы йәш оҫта. Уның алтын ҡулдары ғәҙәти генә таҡта киҫәктәренән дә ысын мөғжизә тыуҙыра. Ҡасандыр яратҡан шөғөл киләсәктә табыш алыу сығанағы булыр тип, кем уйлаған. Был эш менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлауына бер йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан заказдар бик күп, уларҙы үтәргә ваҡыт ҡына булһын, ти егет.Станок ярҙамында 15-20 минут эсендә үҙенсәлекле әйбер яһап алырға мөмкин, ти оҫта. Әле иһә Руслан бәләкәй генә гаражда яратҡан эше менән шөғөлләнһә, киләсәктә сувенир магазины асырға хыяллана.