Республика кардиодиспансеры дүрт тиҫтә йыллыҡ юбилейын билдәләне

Тулыраҡ: Республика кардиодиспансеры дүрт тиҫтә йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ошо уңайҙан Өфөләге опера һәм балет театры сәхнәһендә тантаналы йыйылыш ойошторолдо. Йөрәк табиптарын республика етәкселеге тәбрикләне. Үткән биш йылда Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамыр сирҙәрен дауалау йәһәтенән ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшелде. Юғары технологиялы махсуслаштырылған медицина ярҙамы хәҙер башҡалала ғына түгел, республика төбәктәрендә лә күрһәтелә. Өфө кардиологтары йөрәк күсереп ултыртыу операцияларын уңышлы башҡара. Кардиология үҙәге илдә ошо йүнәлешле медицина учреждениеларының тәүге бишәүһе иҫәбендә.Төбәк етәкселеге яғынан пациенттарға дәүләт ярҙамы ла һиҙелерлек. Юбилей тантанаһында Өфө табиптары һәм республика башлығына сәхнәнән бала рәхмәттәре яңғырай. Республика кардиоүҙәге йылына 700-гә яҡын операцияны тап сабый йөрәгенә яһай. Салауат ҡалаһында йәшәгән Фәхретдиновтар ғаиләһе лә бынан өс йыл элек кесе улдары Арыҫландың йөрәгенә бер йылда ике операция мәлен кисергән. Радий Хәбиров Һөнәри эшмәкәрлегендә фиҙәҡәрлек күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәрен Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай наградалары менән төбәк парламенты рәйесе Константин Толкачев бүләкләне. Башҡортостандың йөрәк табиптары камиллыҡҡа сиктәр юҡ, тигән фекерҙә. Үҙәктең баш табибы Ирина Николаева билдәләүенсә – уларҙың төп маҡсаты – халыҡ һаулығын яҡшыртыу һәм һәр кемдең сифатлы оҙон ғүмеренә булышлыҡ итеү.