Өфө ҡалахакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә 17 апрель өмәһенә йомғаҡ яһап, автобус туҡталыштарына ла иғтибар итергә кәрәк, тине Сергей Греков. Ә 23 апрель ҡала халҡы иртәнге сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументы янында Өфөнөң бөтә йылға флотын күрә аласаҡ. Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә күркәмләнеп ҡалды, йәшел үләндәр ҡалҡып сыға башланы. Сергей Греков автобус туҡталыштарына ла иғтибар кәрәклеген белдерҙе. Өфөлә төҙөлөш участкалары байтаҡ. Шуларҙың береһе — Өфө ҡалаһына көнъяҡ инеү юлында транспорт үткәүелен төҙөкләндереү эше башҡарыла. Подряд ойошмалар ике сменала эшләй. Был объект Өфөлөләрҙең күҙ уңында, төҙөлөш эштәренә ҡарамаҫтан, тирә яғы тәртиптә тотолорға тейеш, тине башаҡала мэры.Көнүҙәк мәсъәләләрҙең береһе – яҙғы ташҡын ҡаланың һәр районында ла контролдә тотола. Көндәрҙ бер аҙ һалҡынайыуы тын алырға мөмкинлек бирә, һыу кимәле тиҙ күтәрелмәй, тине Сергей Греков. Өфөлә навигация миҙгеле башланды. Әле йылға хеҙмәте һыу аҫтында ҡалған торлаҡ зоналарҙан халыҡты күсереү менән мәшғүл. 23 апрель иртәнге сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументы янында Өфөнөң бөтә йылға флотын ҡала халҡы күрә аласаҡ. Пассажир суднолары төҙөкләндереү эштәренән һуң йылғаға сығырға әҙер. 1 майҙа Өфөлә фонтандар ҙа эшләй башлай. Инженер эштәре тамам, 28 апрель фонтандарҙы һынап ҡараясаҡтар.Алда май байрамдары. Еңеүҙең 76 йыллығына башҡала етди әҙерләнә. Сергеә Греков Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы ксәйтергә ҡушты. 9 май иртәһе Еңеү паркындағы мемориал комплексҡа сәскә һалыу менән башлана. Сәғәт 10-да Октябрь проспектында хәрбиҙәрҙең парады үтәсәк. Ә “Үлемһеҙ полк” акцияһы онлайн форматта ойошторола.
Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк
Тулыраҡ: Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк