Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп тә, руль артында йөрөүселәрҙе хәҙер табыуы күпкә еңеләйҙе. Яңы системала уларҙың бөтә мәғлүмәттәре бирелгән, ҡайһы йүнәлештә китеп барыуы күрһәтелгән. Был система нисек эшләй? Административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса инспектор Айҙар Бәҙретдинов водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән автоһәүәҫкәрҙәрҙе компьютерҙа базанан тикшерә. Ваҡытлыса машина йөрөтөргө хоҡуғы булмаусының руль артында китеп барыуы табылған осраҡта шунда уҡ сара күрелә. Хоҡуҡ боҙоусыларҙы тотоу хәҙер күпкә еңеләйгән. Компьютерҙағы базала водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән һәр кемдең мәғлүмәте бирелгән. Өҫтәүенә, инспекторҙарҙың юлда урынлашҡан камералар аша уларҙы күҙәтеү мөмкинлеге бар. Бындай водитель табылған осраҡта патруль машинаһы шунда уҡ күрһәтелгән урынға бара. Билдәле булыуынса, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәс, документты административ яза төрөн башҡарыусы органға өс эш көнө эсендә тапшырырға кәрәк. Ләкин водительдәрҙең яртыһы был ҡағиҙәне үтәмәй. Мәҫәлән, сираттағы автоһәүәҫкәр ошо исемлектә.Водитель башҡа кешенең документына үҙенең фотоһүрәтен ҡуйып, ялған таныҡлыҡ менән йөрөгән. Текә номерлы был машина ла юл-патруль хеҙмәткәрҙәренә эләгә. Машина хужаһы таныҡлыҡтан мәхрүм ителеп тә, руль артында йөрөүен дауам иткән. Уға хәҙер ҙур күләмдә штраф түләргә тура киләсәк.Миҫал өсөн, былтыр яҡынса 3000, ә 2021-се йылдың беренсе яртыһында ғына 1000 водитель таныҡлыҡтан мәхрүм ителгән. Документты ваҡытында тапшырмаған осраҡта, улар автоматик рәүештә эҙләү базаһына индерелә.Бер ниндәй документһыҙ машина йөрөтөүселәр һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәмемәй. Мәҫәлән, йыл башынан ғына водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән 150 автоһәүәҫкәр юл-патруль хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған.
Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ
Тулыраҡ: Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ