Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне. Фойела байрамға йыйылыусыларҙы танылған һынлы сәнғәт оҫталарының эштәре ҡаршылай. Рәсемдәрҙә милли рух, мәктәп партаһынан күңелгә һалынған ер-һыуға һөйөү, халҡына ихтирам. Азамат Ғарипов, Азат Ҡужин, Йәлил Сөләймәновтар 20-се мәктәптең ғорурлығы булһа, мәктәп улар өсөн мәккә кеүек. 70-се йылдарҙа бихисап ҡаршылыҡтарҙы еңеп асылған беренсе ҡала башҡорт мәктәбе, әле төбәктә үҙ урынын ныҡлы биләгән, иң уңышлы белем усаҡтарының береһе. Уҡыу йортон тамамлаусылар төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алмаз Ғафаров 75-се йылда 1-се классҡа килһә, хәҙер инде уның ҡыҙы ошо уҡ мәктәптә белем ала. Өфөлә мәктәп балаларына теләгән йүнәлештә белем алыу мөмкинлеге бар. Милли мәктәптәр ҙә бихисап. Ниндәй мәктәпте һайларға һәр ата-әсә үҙе хәл итә, шулай ҙа туған теленәндә уҡыуҙан балаларын мәхрүм итмәһендәр ине, тигән теләктә йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Янбаева. 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусылары баланы уҡыусы ғына түгел үҙенең яҡын дуҫы, иптәше итеп ҡабул итә. Шуныһы менән дә ҡәҙерле был мәктәп, ти ата-әсәләр. Мөғәллимдең көнө-төнө бөтмәҫ эшенә ҡарамай уҡытыусылар "Йәнтөйәк" тигән фольклор ансамбль дә төҙөгән. Һандыҡ һатыу йолаһынан кренеште уҡытыусылар үҙҙәренең хеҙмәттәштәренә, 20-се гимназия ветерандарына махсус бүләк һәм ихтирам йөҙөнән башҡарҙы. Сәхнәгә бер — бер артлы абруйлы уҡытыусылар күтәрелде. Дәүләт эшмәкәрҙәренең ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны, маҡтаулы, юғары исемдәр тапшырылды. 50 йыл дауамында ҡала башҡорттары өсөн 20-се гимназия белем биреү усағы ғына түгел милли тәрбиә, аң, рухи аҙыҡ биреүсе үҙәккә әйләнгән. Сәхнәнән яңғыраған хәтирәләр, рәхмәт һүҙҙәре һәм шатлыҡ йәштәре быны йәнә иҫбатланы.
20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне
Тулыраҡ: 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне