Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте

Тулыраҡ: Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте

Чечняла конституцион тәртип урынлаштырғанда һәләк булған махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә арналған ярышта төбәктең төрлө район-ҡалаларынан 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Наил Әхтәров ҡул һуғышы менән бер йыл ғына шөғөлләнә. Әммә ул төрлө ярыштарҙы юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп өлгөрә. Чемпионатта шулай уҡ йәш спортсылар ҙа ҡатнашты. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған көрәшселәр киләсәктә үҙҙәренең тренерҙары кеүек хәрби һөнәр һайларға уйлай. СОБР отрядының хәрби бурысын үтәгәндә вафат булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған ҡул һуғышы буйынса 25-се республика чемпионатында 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Ҡул һуғышы Федерацияһынан белдереүҙәренсә, киләсәктә төбәктә был спорт төрөн үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарыласаҡ.