Милләт сәләмәтлеге, һаулыҡ һаҡлау тармағында фән үҫеше тәүге урынға баҫа. Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға өҫтөнлөклө йүнәлештәр менән хәл итәһе мәсьәләләр һәм адреслы ярҙам саралары билдәләнде. Мәҫәлән, быйыл йәй мәктәптә уҡыған һәр бала өсөн ғаилә 10 мең һум аҡса аласаҡ. Яңғыҙ бала тәрбиәләгәндәргә социаль ярҙам буласаҡ. Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә Президенттың Конституцияла нығытылған бурысы. Ғәҙәттә һәм ғәмәлдә ул башҡарылған эштәргә баһа, алдағы йылдарға дәүләт һәм йәмғиәт үҫешен билдәләр бурыстарҙан тора. Төп баһаны мөрәжәғәтнәмәлә табиптар алды. Рәсәй коронавирус менән көрәштә алдынғылар рәтендә икән, уның төп геройҙары – табиптар.Мәкерле сирҙең еңелеүе хаҡында әйтергә иртәрәк. Вакцинация кешелектең бөгөнгә төп ҡоралы. Вирус кәмеһен өсөн коллектив иммунитет булдырыу зарур. Президент был миссияны көҙгә тиклем атҡарырға ҡушты.Медицина мөрәжәғәтнәмәлә билдәләнгән төп темаларҙың береһе – аҡса етерлек бүленә Хөкүмәт алдында уны һөҙөмтәгә әйләндереү йөкләмәһе ята. Министрҙар кабинеты алдында торған тағы бер бурыс – балалы ғаиләләрҙә фәҡирлек төшөнсәһен бөтөрөү. Ошоға йүнәлтелгән социаль ярҙам саралары хаҡында ла иғлан итте ил Президенты.Йәш ғаиләләр, яңғыҙ ата-әсәләргә даими түләү барлыҡҡа киләсәк. Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашҡайны. Саранан һуң ул социаль селтәрҙә сығыштан тәьҫораттары менән уртаҡлашып тап социаль ярҙамдың күпкә артыуын билдәләп китте.Социаль түләүҙәрҙе юллау механизмдары ла камиллашырға тейеш. Владимир Путин киләһе йылдан уҡ ул бер мөрәжәғәт менән сикләнергә тейеш тине.Илдең тотороҡло үҫеше төбәктәрҙең хәлле булыуында. Коммерциялы кредит буйынса бурыстары бюджеттың 25 процентынан артыҡ булған субъекттар, уларҙы дәүләт кредиттарына алмаштырыуға иҫәп тота ала. Ә аҡсаны самалап тотонғандар маҡтау йөҙөнән инфраструктура займдарын алырға хаҡлы. Экологтарға ғәҙеллек тергеҙелеүен тантана итер сәбәп бар. Предприятиелар өсөн экологик яуаплылыҡ төшөнсәһе ғәмәлгә индерелә. Йорттарға газ үткәреүҙе бушлай башҡарыу ниәте лә Башҡортостан өсөн ҙур бүләк. Беҙҙә күп ауылдарҙа зәңгәр яғыулыҡ булып та халыҡ уның менән файҙаланыу мөмкинлегенән мәхрүм. Иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итер һәм киләсәктә үҫешен билдәләр ҡарарҙар ҙа буласаҡ. Улар Президенттың дивиденттарҙы инвестиция булараҡ тотонған компанияларға өҫтөнлөк биреү тәҡдименә, ә аҡсаны ситкә сығарғандарға башҡаса ҡараш булырға тейешлеге хаҡында әйткән һүҙҙәренән сығып яҙыласаҡ. Мөһимдәрен тезислап һанағанда: йыл аҙағына пандемия арҡаһында кинәт артҡан эшһеҙлекте былтырғы кимәлгә еткерергә, балалар ялына юлламаның ярты хаҡын кире ҡайтарырға, эске баҙарҙа хаҡтарҙың кинәт артыуына юл ҡуймаҫҡа, мәҙәниәт усаҡтарын арттырыуға өҫтәмә 24 миллиард бүлергә һб.
Йыллыҡ хат
Тулыраҡ: Йыллыҡ хат