Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков автобус туҡталыштарына айырыуса иғтибар итергә саҡырҙы. Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә күркәмләнеп ҡалды, йәшел үләндәр ҡалҡып сыға башланы. 1 майҙа Өфөлә фонтандар ҙа эшләй башлай. Инженер эштәре тамам, 28 апрель фонтандарҙы һынап ҡараясаҡтар. Шулай итеп, Республикабыҙҙың башҡалаҙы бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алырға әҙерләнә. 9 май иртәһе Еңеү паркындағы мемориал комплексҡа сәскә һалыу менән башлана. Сәғәт 10-да Октябрь проспектында хәрбиҙәрҙең парады үтәсәк. Ә “Үлемһеҙ полк” акцияһы онлайн форматта ойошторола.
24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк
Тулыраҡ: 24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк