Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана

Тулыраҡ: Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана

Акция сиктәрендә концерттарҙа, театрлаштырылған хәрби-тарихи тамашаларҙа Георгий таҫмалары таратыласаҡ. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа ла ҡатнаша. 2005 йылда башланған патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа халыҡҡа георгий таҫмаларын тарата. Ул иҫтәлек символы булып тора һәм “Мин иҫләйем һәм ғорурланам”, тигәнде аңлата. Сараға Башҡортостан халҡы ла йыл да бик теләп ҡушыла. Меңләгән кеше ошо таҫманы тағып, Еңеү көнөн ҡаршылай.