Өфөнөң Комсомол һәм 8 март урамдарынан автомобилдәр хәрәкәте ноябрь айында тергеҙелә. Урамдарҙы төҙөкләндереү Башҡортостан етәкселеге һәм Өфө ҡала хакимиәте контролендә ҡала. Ошо йәһәттән аҙна һайын төҙөлөш ойошмалары менән эш барған урындарҙа күсмә кәңәшмәләр уҙғарыла. Юлдарҙың бер өлөшө ҡала көнөнә, тағы береһе сентябргә әҙер булырға тейеш. Әле Комсомол урамы 50 процентҡа, ә 8 март урамы 65 процентҡа әҙер. Уларҙы сафҡа индереү, Октябрь проспекты һәм башҡа урамдарҙағы тығындар мәсьәләһен һәм иң мөһиме бында йәшәүсе халыҡ өсөн тыуҙырылған уңайһыҙлыҡ хәл итәсәк.
Үҙәккә үткән юл
Тулыраҡ: Үҙәккә үткән юл