“Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында

Тулыраҡ: “Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында

Тематик көндәр сиктәрендә йыр һәм бейеү фольклор ансамбле “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының бөтә медиаресурстары тапшырыуҙарында ҡатнашты. Коллектив менән осрашыуҙарҙы һәм яратҡан артистарының сығыштарын республика халҡы тура эфирҙа күҙәтте. “Тирмә янында” композицияһын телеүҙәк янында башҡарыуҙан асып ебәрҙе мираҫтар “Башҡортостан-24” каналында тематик көндө. Тап ошо номер ансамблдең визит карточкаһы булып тора. Һәр концерт был вокаль-хореография композицияһынан башлана. 50-нән ашыу артист ҡатнашҡан йырлы-бейеүле тамаша телеүҙәк хеҙмәткәрҙәренә лә, башҡа тамашасыларҙың да күңеленә хуш килде. “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуы ла йыр-бейеүгә үрелеп барҙы. Ансамбль репертуарында күптән түгел генә барлыҡҡа килгән башҡорт халыҡ йыры “Һөйгән йәр”ҙе Сәлимә Юлдашбаева башҡарҙы, ә Юлай Ҡасимов ҡурайҙа уйнаны. Йәш артистар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә сәфәрҙәре тураһында ла һөйләне.Коллективтың тарихы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле үҙэшмәкәр бейеү ансамле булараҡ асылып, “Салауат Юлаев” исемен йөрөткән. Әлге көндә “Мираҫ” – бейеү ансамбле генә түгел, ә хор, вокал һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын берләштергән ижади коллектив. Улар Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең данын яҡлап йыш ҡына сит илдәрҙә сығыш яһай. Республика райондарында ла мираҫтарҙы һағынып көтөп алалар. Киләһе гастролдәр һәм 29-сы ижад миҙгеленең йомғаҡтары менән таныштырҙы ансамблдең директоры Байрас Ишбирҙин “Рәсәй” медиаүҙәгендә уҙғарылған матбуғат конференцияһында.Ямал-ненец автоном округына гастролдәргә йөрөп ҡайтҡандан һуң, коллектив йылдың иң ҙур мәҙәни сараһы – Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә башлаясаҡ.