Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы уҙған йылға йомғаҡ яһаны

Тулыраҡ: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы уҙған йылға йомғаҡ яһаны

Ведомство етәксеһе Михаил Закомалдин билдәләүенсә, республикала кешеләрҙе үлтереү, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү осраҡтары кәмегән. Шул уҡ ваҡытта, дөйөм енәйәттәр һаны 33 процентҡа артҡан. Уларҙың күбеһе урлашыуға һәм кешеләрҙе талауға ҡайтып ҡала. Михаил Закомалдин әйтеүенсә, был тәү сиратта илдәге иҡтисади көрсөккә бәйле. 2015 йылда Башҡортостанда „Халыҡ дружиналары„ тураһында ҡанун ҡабул ителде. Әле республикала 136 дружина эшләй. Был йәһәттән Дүртөйлө, Федоровка, Йәрмәкәй, Саҡмағош райондары, Өфө ҡалаһы әүҙем.

Уҙған йылда законһыҙ спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә ҡарата ла ҙур эш атҡарылған. Йыл дауамында хоҡуҡ һаҡлау органдары сауҙанан 94 мең литр алкоголле һәм спиртлы эсемлектәр тартып алған. Күрелгән саралар арҡаһында Башҡортостан юлдарында авариялар һаны кәмегән. Мәҫәлән, теркәлгән юл-транспорт ваҡиғалары 7 процентҡа, юлдарҙа һәләк булыусылар 14,5 процентҡа, йәрәхәт алыусылар 8 процентҡа аҙайған. Уҙған йылда 32 меңдән ашыу иҫерек водитель руль артында тотолған. Барлығы 2 миллион 217 мең самаһы ҡарар сығарылған. Юл ҡағиҙәләрен үтәмәүселәргә ҡарата 1 миллиард 562 миллион һумлыҡ штраф һалынған.