Бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙән Краснокама районы Иҫке Йәнегет ауылы янында — Ағиҙел, Николо-Березовка эргәһендә Кама йылғалары аша боҙ юлынан автомобиль транспорты хәрәкәте туҡтатылды. Шулай уҡ, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы идаралығы иҫкәртеүенсә, боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлау, мәке уйыу, йылғаның сиктәре кәртәләнмәгән урындарынан йәйәү йә иһә транспортта йөрөү ҡәтғи тыйыла. Һыу аша сығыу ҡулайламалары менән ҡулланған рейс автобустары һәм еңел автомобиль водителдәренә пассажирҙарҙы айырым сығарыу кәңәш ителә.
Ваҡытлыса боҙ аша сығыу урындары ябылған
Тулыраҡ: Ваҡытлыса боҙ аша сығыу урындары ябылған