Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Йыһан киңлегендә яңы галактикалар табылған. Ғалимдар Австралиялағы телескоптан 883 галактиканы күреп ҡалған. Уларҙың өстән бер өлөшө быға тиклем бер ҡасан да күренмәгән. Ҡош Юлы артында йәшенеп торған яңы галактикалар радиотулҡындарҙы үлсәүсе заманса ҡабул итеү ҡоролмалары ярҙамында асылған.

Аҡса эшләр өсөн бер ҡасанда һуң, хатта иртә лә түгел. Америка Ҡушма Штаттарында йәшәүсе Кори Ньевес 6 йәшендә үк эшҡыуарлыҡ һәләттәрен күрһәтә башлаған. Ул мәктәпкә йәмәғәт транспортында йөрөгәнгә, йыш ҡына һуңлаған. Шуға тәүәккәл малай әсәһенә машина алып бирергә булған. Ә аҡса эшләр өсөн үҙе печенье бешереп һата башлаған. Дүрт йыл эсендә йорттарындағы аш-һыу бүлмәһенән ҙур билдәле кондитер компанияһы үҫеп сыға. Хәҙер 10 йәшен тултырған Кори Ньевес уның директоры.

Биш йәшлек афған малайы ла тапҡырлығын күрһәтеп донъяла танылыу яулай. Ул яратҡан футболсыһы Лионель Мессиныҡына оҡшатып полиэтилен тоҡсайҙан үҙенә футболка эшләгән. Быны күреп ҡалған билдәле футболист биш йәшлек фанатына ҡултамғаһы менән ысын футболка бүләк иткән. Буласаҡ футболсының шатлығы эсенә һыймай.