Ял көндәрендә баш ҡалала йәрминкәләр үтәсәк

Тулыраҡ: Ял көндәрендә баш ҡалала йәрминкәләр үтәсәк

Был юлы улар Калинин районының Интернациональ һәм Орджоникидзе районының Беренсе май урамдары майҙандарында урынлаштырыла. Ә үткән ял байрамдарында республиканың 26 районынан килгән ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, шәхси хужалыҡтар, баҡсасылар өфөләргә 36 мең ярым тонна ит, бер тоннан ашыу бал, шулай уҡ, һөт ризыҡтарын, йәшелсә, картуф һәм башҡа ауыл хужалығы ризыҡтарын тәҡдим итте.

Ҡамырҙы оҙаҡ әсетеү икмәкте хуш еҫле һәм йомшаҡ итә, ти Альфред Богданов. Ул ауыл хужалығы йәрминкәләренә икмәк-күмәс ризыҡтарын йыл һайын алып бара. Ҡалала беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур, ти фермер. Кибеттәрҙәгегә ҡарағанда хаҡтар ҙа түбәнерәк. Һатып алыусылар тәҡдиме буйынса хужалыҡта ҡаптарға төрөү машинаһынан да баш тартҡандар. Яҡшы тауар үҙен-үҙе маҡтай. Әммә баҙарҙағы көнәркәшлек хаҡты төшөрөргә мәжбүр итә. Халыҡты йәлеп итер өсөн ҡайһы бер етештереүселәр һирәк осраған тауар тәҡдим итә, ә кемдер үҙенсәлекле ҡаптар менән ҡыҙыҡһындырырға тырыша.

Хәҙер йәрминкәләр махсус әҙерләнгән сауҙа нөктәләрендә үткәрелә. Һатыу Өфөнөң бөтә райондарында ла үтә. Улар үҙенең һөҙөмтәлелеген күптәнән иҫбатлаған. Ҡала халҡына экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге тыуа, ә ауыл хужалығы етештереүселәренә тиҙ табыш алырға ярҙам итә. Ойоштороусылар күҙаллауынса, киләсәктә ошондай йәрминкәләргә ихтыяж тағы ла артасаҡ.