Төбәктең экологик мәсьәләләре Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылды. Ил президенты Мөрәжәтнамәһендә билдәләнгән йөкләмәләрҙе бойомға ашырыу — оператив кәңәшмәнең инеш өлөшөндә Республика Премьер-министры Андрей Назаров Максим Забелин менән Азат Баҙрановҡа маҡсатҡа ярашлы ҡарарҙарҙы кисектермәҫкә ҡуша. Ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә, дәүләт хеҙмәттәрен өс йыл эсендә тәүлек әйләнәһенә аҙнаһына ете көн тоташ күрһәтеү кимәленә еткерергә, туристик кэшбек, ил эсендә сәйәхәт иткән студенттарға кампус хеҙмәтләндереүен хәстәрләргә, — Андрей Назаров Башҡортостанда ошо һәм башҡа йөкләмәләрҙе үтәүҙең юл картаһын тиҙ арала ҡабул итеү яҡлы. Оператив хеҙмәттәрҙең аҙна ваҡиғалары буйынса отчетында ковидҡа бәйле мәғлүмәттәр тәү сиратта билдәләнә. Тәүлек эсендә сирҙең 97 яңы осрағы асыҡланған. Стационарҙа 157, амбулатор шарттарҙа 1918 кеше дауалана. Вакцинаның ике компоненты 144282 кешегә ҡуйылған. Эпивак корона һәм Гам ковид вак прививкаларының йәнә ике партияһы килеүе көтөлә. Май байрамдары уңайынан иғлан ителгән ял көндәрендә вакцина яһау туҡтатылмай. Байрам ялын ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре лә баҫыуҙа үткәрәсәк. Төбәктә сәсеү эштәре бара. Быйыл 2 миллион 14 мең гектарҙа иген сәсеү ҡаралған, премьер-министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры яҙғы культураларҙы өс төрлө ваҡытта – иртә, урта, һуң сроктарҙа сәсергә ҡарар ителде, тип белдерә. Орлоғо шытҡан үҫентеләрҙең һауа шарттары сәбәпле һәләк булыуын иҫкәртеү маҡсатында. Бөгөнгә сәсеүгә 23 район төшкән. Хужалыҡтарҙа техника, минераль ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау мәсьәләләре хәл ителгән. Миҙгел эштәрен хәҙер РЕСПАК модуле аша күҙәтергә мөмкин, тине Илшат Фазрахманов. Йәмәғәт биләмәләре лә даими күҙәтеүгә мохтаж. Республика башлығы кәңәшсеһе, ҡалалар үҫеше институты кураторы Ольга Сарапулова был йәһәттән Парк-менеджер вазифаһын булдырырға тәҡдим итә. 2021 йылда төбәктә иң яҡшы проекттар буйынса Рәсәй конкурсында еңеүсе 18 кесе ҡала һәм ауыл биләмәләре сафҡа инә. Уларҙы артабан үҫтерер һәм мәғәнәле файҙаланыр өсөн йәмәғәт биләләмәләре менән идара итеүҙе яйға һалыу зарур. Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты муниципалитет етәкселәренә ярҙамға биләмәләргә идара итеү стандартын ҡабул иткән. Төбәктә сафлыҡ мәсьәләһенең дә көнүҙәк икәнен тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры билдәләне. Урал Искәндәров белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда 500 сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Биш полигон тулы тиерлек, уларҙың бары 2 процент буш күләме ҡалған. Рекультивацияны был майҙанды ҡуртымға алыусылар менән милек хужалары башҡарырға тейеш, ә улар әлегә әүҙемлек күрһәтмәй. Ә бына Белорет, Иглин, Ҡариҙел һәм Мәсетле райондарында сүплектәрҙе бөтөрөү эше 2019 йылда уҡ башланған. Министр төбәктең төп экологик мәсьәләләренә иғтибар йәлеп итте. Тәбиғәткә ташланған зарарлы ҡалдыҡтар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 8-се урында. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында эшләгән сәнәғәт предприятиелары һауаға һәм һыуға ташлаған матдәләр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының ағын һыуҙары тәбиғәткә һиҙелерлек зыян килтерә. Проблеманы тик таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу хәл итә ала. 28-29 апрелдә Башҡортостанға тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Родионованың килеүе көтөлә. Төбәк етәкселеге был эш сәфәренә экологик проблемаларҙы хәл итер өсөн федераль сараларҙы йәлеп итеү мөмкинлеген бирер, тигән өмөт бағлай.
Быйыл Башҡортостанда 500 сүплекте бөтөрөү бурысы тора
Тулыраҡ: Быйыл Башҡортостанда 500 сүплекте бөтөрөү бурысы тора