Өфө ғалимдары техник матдәләрҙе үҙенә һеңдереүсе яңы препарат - сорбент уйлап тапҡан

Тулыраҡ: Өфө ғалимдары техник матдәләрҙе үҙенә һеңдереүсе яңы препарат - сорбент уйлап тапҡан

Белгестәр уны ябай сөгөлдөрҙән эшләй. Техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр булып тора. Таҙа һыуға бер аҙ нефть ағыҙабыҙ. Был беҙгә Һауыт эсендә генә "экологик һәләкәт "эшләп ҡарау өсөн кәрәк. Студенттар тәҡдим иткән фәнни тәжрибәнең маҡсаты бысранған һыуҙы техник матдәләрҙән таҙартыу. Күреүебеҙсә, һоро таяҡсалар нефть ҡалдыҡтарын шунда уҡ үҙенә һеңдерә башлай. Ә был таяҡсалар ябай сөгөлдөр ҡалдығы. Шәкәрен һәм һутын һығып алғандан ҡалған һығынты, йәки жом.Сөгөлдөр ҡалдыҡтарын һөҙөп алғас, һыу йәнә таҙарып ҡала. Әлбиттә, ябай жом менән был тәжрибәне эшләп булмаясаҡ. Шәкәр заводынан килтерелгән һығынтыға ғалимдарҙың махсус хеҙмәте һалынған.Малға ашатыу өсөн тәғәйенләнгән жом менән бындай трюкты эшләп маташмағыҙ, ул әле сорбент түгел, тип шаярта йәш белгестәр. Тимәк, препараттың техник ҡалдыҡтарҙы һеңдереү ҡеүәте 4 тапҡыр арттырылған. Бындай маҡсатҡа нисек өлгәшкәндәрен йәш уйлап сығарыусылар әлегә сер итеп һаҡлай. Сөнки патент алыуҙан тыш, был хеҙмәт ғилми баҫмаларҙа донъя күрергә тейеш.Беҙҙең ғалимдар тәҡдим итәкән яңы сорбент тәбиғәткә бер ниндәй зыян килтермәй торған таҙа продукция һәм импортлы аналогтарҙан ҡалышмай. Хатта яҡшыраҡ һәм күпкә осһоҙораҡ килеп сыға. Башҡортостанда ғына 2 шәкәр заводы бар. Һәр береһе йылына 400 мең тонна сөгөлдөр һығынтыһы йәки жом етештерә. Шуның ¼ өлөшө мал аҙығы итеп ҡулланылһа, ҡалғаны яландарға сыҡарыла һәм утилләштерелә. Яңы препарат ер өҫтөн таҙартыу, туҡландырыу өсөн дә ҡулай. Йәш ғалимдар уны нефттән зыян күргән тупраҡты таҙартыу өсөн дә ҡулланырға уйлай. Техноген характерҙағы авариялар эҙемтәһен бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән сорбенттар ғәҙәттә синтетик сығанаҡлы. Шәкәр сөгөлдөрөнән эшләнгәне тулыһынса зарарһыҙ. Өфө дәүләт авиация техник университеты белгестәре киләсәктә нефть-газ өлкәһендәге предприятиелар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә теләй. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы менән лицензия килешеүе төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып бара.