Донъя кимәленә күтәрелгән проект

Тулыраҡ: Донъя кимәленә күтәрелгән проект

Йыл һайын үткәрелгән башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл да гөрләп үтте. Республика башлығы хакимиәте һәм республика хөкүмәте вәкилдәре өсөн, мәҫәлән, был сара матур йолаға әйләнгән. Яҙма эш һөҙөмтәләре ҡасан билдәле була? Республика башлығы хакимиәте һәм республика хөкүмәте вәкилдәре өсөн сираттағы шәмбе көнө ғәҙәттәгесә үтмәй. Башҡорт биҙәүестәрен тағып һәм милли кейемдәр кейеп улар “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2021” акцияһына ҡушылырға килгән. Был сарала улар йыл һайын ҡатнаша, шуға ла диктант яҙыу үҙе бер матур йолаға әйләнде, ти улар. Республика башлығы хакимиәтендә диктант яҙыу өсөн ике бүлмә бүленгән. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант сәғәт иртәнге ун берҙә башланды. Ул башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, телдә иркен аралашыусылар һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ойошторола. Әйткәндәй, диктант яҙырға төрлө милләт вәкилдәре ҡушыла ала. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты онлайн рәүештә интернет аша теләгән һәр кем, донъяның теләһә ниндәй нөктәһенән яҙа алды. Трансляция шулай уҡ Башҡортостан 24 телеканалында ла барҙы. Әҙәби телде яҡшы белеүсе кимәлендә яҙыусылар быйылғы текстың ярайһы ҡатмарлы булыуын билдәләне. Диктант яҙғанда мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә үткән ҡатмарлы ҡағиҙәләрҙе, тыныш билдәләре ҡуйылышын иҫкә төшөрөргә тура килә, ти яҙма эштә ҡатнашыусылар. Былтыр Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа 300-н ашыу кеше ҡатнашҡан. Республиканан тыш, сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар ҙа был сараға дәррәү ҡушылғайны. Быйыл ниндәй ҙә булһа сәбәптәр арҡаһында тура трансляция ваҡытында диктант яҙа алмағандар һуңынан башдиктант . ру сайтында һәм мобиль ҡушымтала һаҡланған трансляция видеоһы ярҙамында үҙенең белемен һынай ала. Баһа утыҙ көн эсендә билдәле була. Башҡорт телденән халыҡ-ара диктант донъя кимәленә күтәрелгән проекттарҙың береһе. Халыҡтың был яҙма эштә ҡатнашыуы ҙур баһаға лайыҡ. Йыл һайын диктант яҙыусылар һанының күбәйеүе сараның әһәмиәтле булыуын иҫбатлай.