Быйыл Башҡортостанда 500 сүплекте бөтөрөү ҡаралған

Тулыраҡ: Быйыл Башҡортостанда 500 сүплекте бөтөрөү ҡаралған

Биш полигон тулы тиерлек, уларҙа бары 2 процент ҡына буш урын ҡалған. Рекультивацияны был майҙанды ҡуртымға алыусылар менән милек хужалары башҡарырға тейеш, ә улар әлегә әүҙемлек күрһәтмәй. Ә бына Белорет, Иглин, Ҡариҙел һәм Мәсетле райондарында сүплектәрҙе бөтөрөү эше 2019 йылда уҡ башланған. Тәбиғәткә ташланған зарарлы ҡалдыҡтар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 8-се урында. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында эшләгән сәнәғәт предприятиелары һауаға һәм һыуға ташлаған матдәләр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының ағын һыуҙары тәбиғәткә һиҙелерлек зыян килтерә. Проблеманы тик таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу хәл итә ала.