Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара

Тулыраҡ: Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара

Әлеге көнгә төбәктә ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 140 меңдән ашыу кеше эшләткән. 150 меңгә яҡыны иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Республика халҡын бер-бер артлы байрам һәм иҫтәлекле саралар көтә. 3 май  — Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө. Был сараға әҙерлек эштәре күптән башлаған. Ҡала хеҙмәттәре тарафынан зыяраттар, Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандары ҡәберлектәре тәртипкә килтерелә, эргә тирәләге биләмәләр, ташландыҡ ҡәберлектәр таҙартыла. Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнөндә Төньяҡ һәм Көньяҡ зыяраттарына автобустар йөрөйәсәк. 2 май православ христиандар Бөйөк Пасханы билдәләй. Пасха Ғайса пәйғәмбәрҙең үлгәндән һуң терелгән көнөндә — Йәкшәмбелә билдәләнә. Байрам 40 көн дауам итә. Ул Өфөнөң 19 ғибәҙәтханаһында төнгө ғибәҙәт ҡылыуҙан башлана. Байрам саралары бөтә һаҡланыу сараларын күҙ уңында тотоп үткәреләсәк. Коронавирус темаһы һәр ваҡыттағыса көн тәртибендә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, башҡалала ғына пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 11411 осрағы теркәлгән. Республика буйынса был һан 35 меңгә еткән. Уҙған тәүлектә йәнә 97 кешенең был мәкерле сирҙе йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов шулай уҡ әлеге осорҙа талпандарҙан һаҡ булырға саҡырҙы һәм талпан энцефалитын йоҡтормаҫ өсөн прививка эшләтергә әйҙәне.