Голландия гражданины бер-нисә ай буйы машинаһында йәшәргә мәжбүр. Сит илдән Башҡортостанға эшкә килгән иргә хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәр. “Атом” төҙөлөш ойошмаһынан алданған эшселәр байтаҡ. Али Барави өсөн автомобиль транспорт сараһы ғына түгел, ә йәшәү урыны ла. Бер-нисә ай дауамында Голландия гражданины машинаһында көн итергә мәжбүр. Прораб булараҡ ул үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән бергә сит илдән Өфөгә “Атом” төҙөлөш компанияһына эшкә килгән. Тик аҙаҡтан ойошма етәксеһе уларға хеҙмәт хаҡын түләмәгән. Һөҙөмтәлә, Али Барави ышандырып алып килгән эшсәндәренә үҙ кеҫәһенән аҡса биреп ҡайтарған, ә үҙе Өфөлә ҡалған. Аҡсаһыҙ ҡалған сит ил гражданины ике-өс ай машинаһында йәшәп, эргәләге бинаға йыуынырға йөрөгән. Ошо офис хужаһы Артур Сатаев ауыр хәлдә ҡалған сит ил гражданинына иғтибар итә. Юрист булараҡ та ул уға ярҙам ҡулын һуҙа. Али Барави “Атом” төҙөлөш компанияһынан алданған берҙән-бер кеше түгел. Ойошма етәксе Альберт Әсәҙуллин яҡын дуҫы, партнеры Сергей Гончаревты ла аҡсаһыҙ ғына түгел, ә өҫтөнә бурыс та яҙып ҡалдырған. 60-ған кешене бер бәлә берләштергән. Сергей Гончаревҡа әле һаман да мөрәжәғәт итеүселәр арта.Ойошманың офисы бикле. Элекке хеҙмәткәрҙәр күпме генә килеп ишек ҡаҡмаһын, асыусы юҡ, шылтыратыуҙарға ла яуап бирмәйҙәр. Альберт Әсәҙуллин бәйләнешкә сыҡмағас, алданған халыҡ хеҙмәт инспекцияһына ла, прокуратураға ла мөрәжәғәт иткән. Элекке яҡын дуҫы, партнеры Сергей Гонаров әйтеүенсә, Альберт Әсәҙуллин хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләр урынына Өфөлә ҙур ғына ер участкалары һәм фатирҙар һатып алған. Шуға ла аҡсаларҙы кире ҡайтарыу икеле, әммә алданыусылар суд аша булһа ла, ғәҙеллек өсөн көрәшергә өмөтләнә.
Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт
Тулыраҡ: Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт