Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Кисә Өфө Нур татар дәүләт театры беҙҙә ҡунаҡта булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театры быйыл 30-сы ижад миҙгелен ҡаршылай. 1912 йылда Сәхипямал Ғиззәтуллина- Волжская тарафынан Нур татар труппаһы булараҡ ойошторолған коллектив граждандар һуғышы башланғас эшен туҡтатырға мәжбүр була һәм 70 йылдан һуң 1989 йылда яңынан тергеҙелә. Ә 1991-ҙә Нур театрына дәүләт театры статусы бирелә. Әле Нур театрында 40-тан ашыу актер эшләй. Репертуарҙа төрлө жанрҙағы спектаклдәр бар. Театрҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин баш режиссер. Был вазифаға ул үткән йылдың көҙөндә тәғәйенләнде. Әлеге мәлдә ул яңы ижад миҙгелендә ҡуйыласаҡ сәхнә әҫәрҙәрен барлай. Режиссерҙың фекеренсә, коллективтың визит карточкаһы булырҙай спектакль кәрәк. Нур театры өсөн Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты быйыл махсус курс ҡабул итә. Бер нисә йылдан труппаға йәш актерҙар киләсәк. Әлеге актерҙар кеүек үк улар ҙа йырға ла, бейеүгә лә маһир булыр, тигән ниәттә театрҙың ижади коллективы. Көн дауамында Башҡортостан 24 каналы тамашасылары Нур театрының спектаклдәрен ҡарай, эфир даирәһе аша ижади төркөм менән осрашыуҙарҙы күрә алды. Театр вәкилдәре Рәсәй медиа үҙәгендә үткән конференцияла ла ҡатнашты. Киләсәктә лә Өфө «Нур» татар дәүләт театры коллективы менән осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ. Ә коллектив барлыҡ тамашасыларын үҙ сәхнәһендә барған спектаклдәрҙә һөйөнөп ҡаршы аласаҡ.
Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта
Тулыраҡ: Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта