Хәлил Аҡюлов менән Юнир Бикбаев Ноябрьск ҡалаһында Бөтә Рәсәй ММА ярыштарында еңеү яуланы. Башта Ейәнсура егете Хәлил Аҡюлов менән Ноябрьск көрәшсеһе Александр Меланич көс һынашты. Көрәште башынан уҡ Хәлил үҙ ҡулына алып дәғүәсеһен ваҡытынан алда техник нокаут менән еңде. Юнир Бикбаев иһә һөнәрмәндәр төркөмөндә еңеүсе исемен алды. Уның дәғүәсеһе алыштан баш тартыу сәбәпле, еңеүсе билбауы Юнирға көрәшһеҙ бирелде. Сара Ноябрьск ҡалаһының башҡорттар ҡоролтайы ярҙамы менән үтте.
Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты
Тулыраҡ: Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты