Был ваҡытта төрлө йәрминкә, баҙарҙарҙан үҫентеләр һатып алып тишек шоманға ултырыусылар арта. Нисек алданмаҫҡа? Емеш ағастары, декоратив ҡыуаҡтар, төрлө сәскә-гөлдәр һатып алып улар урына бөтөнләй икенсе әйберҙең үҫеп сығыуына күптәрҙең шаһит булғаны барҙыр. Мутлашыусылар тоҙағына ҡайһы берҙә хатта тәжрибәле баҡсасылар ҙа эләгә. Ошондай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн тәү сиратта һатыусыларҙың тейешле документтарын һорарға, үҫентеләрҙә сорты яҙылған биркалар, уларҙы һүрәтләгән фотолары бармы, шуға иғтибар итергә кәрәк, ти белгестәр... Шишмә районынан килгән Рәмзиә ханым 98-се йылдан алып баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Емеш ағастарын, төрлө ҡыуаҡтарҙы, сәскәләрҙе лә үҙҙәре үрсетеп һатыуға сығара. Һәр береһенең төрө, нисә йыллыҡ икәнлеге билдәләнгән. Ҡыҙғанысҡа күрә һатыусылар араһында мутлашыусылар йылдан-йыл арта. Хәҙер махсус магазиндарҙан, йәрминкә-баҙарҙарҙан, хатта питомниктарҙан да кәрәкле сорт өсөн аҡса түләүең икеле, ти халыҡ. Ошондай хәлгә юлыҡмаҫ өсөн белгестәр баҡсасыларҙы үҫентеләр һатып алғанда иғтибарлы булырға саҡыра. Беренсенән, һатыусыларҙың ҡулында ағастың төрөн, сортын, сифатын, ҡайҙа етештерелеүен билдәләүсе документтары булырға тейеш. Бында — исеме аталған емеш ағасы икәнлеген раҫлаусы акт, сифаты тураһында белешмә, һынау протоколдары һәм башҡа документтар инеүе мөмкин. Икенсенән, фитосанитар режим индерелгән сит төбәктәрҙән килтерелгән үҫентеләрҙә ҡоротҡостар, ауырыуҙар, төрлө ҡый үҫемлектәре булмауын раҫлаусы документтар булыуы мотлаҡ, ти белгестәр. Шул документтарҙы талап итеп, беҙ үҙебеҙҙе «тоҡ эсендә бесәй» һатып алыуҙан арындырабыҙ. Йәрминкәлә емеш ағастарын ғына түгел, ә төрлө сорттағы сәскәләрҙе лә осратырға мөмкин... Һатып алған ваҡытта гөлдәрҙең япраҡтарына, ҡыуаҡтарына иғтибар итергә кәрәк. Ә ағас-ҡыуаҡтарҙың бөрөләренең, ботаҡтарының хәл-торошон күҙ уңынаан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итә белгестәр. Белгестәр тамырҙарының көслө, дымлы булыуын ҡарарға, үрсетмәнең прививка төйөнө булыу-булмауын да тикшерергә онотмаҫҡа тәҡдим итә.
Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл
Тулыраҡ: Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл