Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбдрәшитов Рәис Рәхим улы 9 май — Еңеү көнөн Мәскәүҙә ҡаршыларға йыйына. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул Киров районы ветерандары советы ағзаһы, йәш быуынға патриотик тәрбиә бирә. Ғаиләһе менән бергә төшкән берҙән-бер фотоһүрәтте Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәис Әбдрәшитов ҙур иҫтәлек итеп һаҡлай. Ваҡыты-ваҡыты менән яугир фотоальбомды ҡулына алып, хәтирәләргә бирелә. Рәис Рәхим улы һуғыш тамамланғас, Ҡазанға күсеп, төҙөлөш институтына уҡырға инә. Был фото, мәҫәлән, шул осорҙа төшөрөлгән. Төҙөүсе һөнәрен һайлауҙың сәбәбе бар ине, ти ветеран. Рәис Әбдрәшитов сығышы менән Әлшәй районынан булһа ла, ғүмер буйы Өфөлә йәшәгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары ул алты йәш булған. Уҡыуын тамамлағас, ул оборона заводында слесарь булып эшләй башлай. 1943 йылда фронтҡа алынып, Ленинград фронтында һуғыша, Пушкин ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш яланында Рәис Әбдрәшитов дүрт тапҡыр яралана. 1944 йылда яуҙа ауыр яралар алып, инвалид булып ҡалғас, Рәис Рәхим улы ғәскәри хеҙмәттән бушатыла. Тыуған ауылына ҡайта, өйләнә, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Бөйөк Еңеү көнөн ул бөгөнгөләй хәтерләй. Рәис Рәхим улы әле Киров районы ветерандары советы ағзаһы. Уның хәләл ефете, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017-се йылда вафат булған. 95 йәшлек яугиргә берҙән-бер ҡыҙы ярҙам итә. Әле иһә ул Мәскәүҙәге төп парадта ҡатнашырға әҙерләнә. Бөйөк Еңеү көнөн ветеран миҙал тулы костюмын кейеп Ҡыҙыл майҙанда ҡаршы аласаҡ. Рәис Әбдрәшитов II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәр өсөн” миҙалдары, егермеләгән юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Иң мөһиме еңеү яуланыҡ һәм тыныс тормошта йәшәйбеҙ, ти ул. Шуға ла һәр кемде ул тыуған илде һаҡларға һәм яҡларға саҡыра.
Еңеү көнөнә Мәскәүгә
Тулыраҡ: Еңеү көнөнә Мәскәүгә