Биатлон һәм саңғы ярыштары

Тулыраҡ: Биатлон һәм саңғы ярыштары

Республиканың биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы тренерҙары советы үтте. “Динамо” спорт комплексында үткән ултырышта саңғы ярышы буйынса йыйылма командаһының яуаплы тренерҙары йыл йомғаҡтарын барланы һәм киләһе йылға пландары менән бүлеште. Төбәктә саңғы спорты менән шөғөлләнеүселәр һаны йылдан – йыл үҫә. Башҡортостан саңғысылары Волға буйы Федераль округы һәм Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа еңеүҙәр яулай.