Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап, белем алыу-проекттың төп маҡсаты. Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан уҡыусы һәм студенттар ҡатнашты. Бөтәһе 600-гә яҡын кеше ғариза ебәргән, шуларҙың 160-ы һайлап алынған. Йәштәр проекттары форумы республикала бишенсегә ойошторола. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 50 мең һумға тиклем грантҡа конкурс уҙғарыу ҡаралған. Киләсәктә студент һәм мәктәп уҡыусылары ошо уҡ эштәрен Рәсәй кимәленә сығара аласаҡ.
”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы
Тулыраҡ: ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы