Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.Район үҙәгендә күперҙең бер өлөшө шәмбе емерелгәйне. Был урын шунда уҡ уратылып алынды. Автомобилдәр хәрәкәте лә сикләнде. Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре 12 сәғәт эсендә юлды ремонтланы, хәрәкәт тергеҙелде. Әле юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ауырлыҡты үлсәү хеҙәмтәкрҙәре менән берлектә ҡағиҙә боҙоусыны эҙләй. Районда иһә тиҙ арала тейешле билдә ҡуйыу ҡарала.
Иглинда күперҙең өлөшләтә емерелеүе 20 тонналыҡ йөк машинаһына бәйле
Тулыраҡ: Иглинда күперҙең өлөшләтә емерелеүе 20 тонналыҡ йөк машинаһына бәйле