Сүриәлә ут туҡтатылғандан һуң яҡтар тыныслыҡты боҙоуҙа бер-береһен ғәйепләгән. Оппозиция хөкүмәт ғәскәрҙәре хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу тураһындағы килешеүҙә 15 тапҡыр боҙҙо тип белдергән. Рәсәйҙең күҙәтеү үҙәге ошондай туғыҙ осраҡ, шул иҫәптән Төркиә биләмәһенән боевиктар инеүе тураһында хәбәр итә.
Франция фермерҙары халыҡ-ара ауыл хужалығы йәрминкәһендә ил президенты Франсуа Олландты һыҙғырыуҙар менән ҡаршы алған. Билдәһеҙ кешеләр Франция ауыл хужалығы министрлығы стендтарын емереп Олландтың тиҙ арала отставкаға китеүен талап иткән. Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар сәбәпле Францияла бик күп фермерҙар бөлгөнлөккә тарыған.
Мартта Грецияла ҡасаҡтарҙың өсләтә артыуы ихтимал. Был хәлдә афиндар мигранттар өсөн үҙ сиктәрен япҡан балҡан дәүләттәрен ғәйепләй. Сик буйында әле 6 мең самаһы ҡасаҡ йыйылған. Европа комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Греция 25 мең самаһы мигрантты ҡабул иткән. Көн һайын уларҙың һаны 3 мең кешегә арта.
Рәсәйҙә йәшәүсе Алексей Гарагашьян һәм Сергей Самохвалов көтмәгәндә даш шөһрәткә күмелде. Улар эшләгән вездеход тураһындағы видео интернет селтәрендә киң билдәлелек алғас, Шерп исемле машина менән автомобилдәр һәм яңы технологиялар менән шөғөлләнеүсе компаниялар ҙа ҡыҙыҡһына башлаған. Ауылда йәшәүсе Алексей Гарагашьян насар юлдарҙан йөрөүсе машина тураһында күптән хыялланған булған һәм үҙ хыялын бойомға ашырған. Шерп вездеходын күргәс Сергей Самохвалов уны күпләп эшләү һәм һатыу маҡсатында проектҡа аҡса һалырға тәҡдим итә.