Башҡортостан торлаҡҡа хаҡ буйынса Рәсәйҙәге иң ҡиммәтле биш төбәк исемлегенә инде.

Тулыраҡ: Башҡортостан торлаҡҡа хаҡ буйынса Рәсәйҙәге иң ҡиммәтле биш төбәк исемлегенә инде.

Республикала айына уртаса егереме биш мең һум алып эшләүсегә, фатир хужаһы булыу өсөн ун ике йыл рәттән аҡса йыйырға кәрәк. Был исемлектә тәүге урында Мәскәү килә, икенсе баҫҡысҡа Ҡырым күтәрелгән. Севастополь һәм Санкт-Петербургтан ҡала, беҙҙең республика — бишенсе урынға сыҡты. Башҡортостан күршеһе Силәбелә иһә, фатирҙар күпкә арзан.